

Башҡортостан “Беҙ спорт яҡлы!” проектында ҡатнашҡан төбәктәр исемлегендә иң алда бара. Был сара “Демография” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Беҙҙең республиканан ошо проектта ҡатнашҡандар һаны 4 804 кешегә еткән, тип хәбер итә Башҡортостандың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы. Йүгереү, атлау, йөҙөү, велосипед һәм саңғы-роллер спорттары буйынса 72 күнекмә уҙғарылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Демография” милли проектына ингән “Беҙ спорт яҡлы!” проектын Рәсәй Спорт министрлығы гранты иҫәбенә “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте тормошҡа ашыра.
“Башинформ” фотоһы.