Милли проекттар
19 Ноябрь 2022, 09:00

Малаяҙҙа яңы парк

Салауат районы үҙәге Малаяҙҙың Көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә яңы спорт паркы асылды

Малаяҙҙа яңы паркМалаяҙҙа яңы парк
Малаяҙҙа яңы парк

Салауат районы үҙәге Малаяҙҙың Көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә яңы спорт паркы асылды. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә булдырылды.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы белдереүенсә, спорт менән шөғәлләнеү өсөн ҙур майҙан булдырыуға ошо проект биргән мөмкинлек һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған.

 Көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендәге паркты быйыл төҙөкләндереү планлаштырылған. Ул  йәмәғәт урындарын һайлағанда тауыш биреүҙә еңеп сыҡҡайны.

 «Башинформ» фотоһы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас