

Ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ҡаралған юл ремонты эштәрен тамамлап киләләр.
Был милли ппроект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған.
Быйыл, ошо проект биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, 18 юл участкаһы ремонтланған. Юлсылар асфальт япмаһын алмаштырҙы, юл тамғаларын яңынан ҡуйып сыҡты. Ҡайһы бер объекттарҙа бордюрҙар ҙа алмаштырылған. Шулай уҡ ике светофор урынлаштырылған, алтауһы йүнәтелгән.
“Стәрлетамаҡ – тиҙ үҫә барыусы ҡала һәм юл инфраструктураһын булдырыу һәм яҡшыртыуҙа ла ихтыяж ҙур”, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында Стәрлетамаҡ 2019 йылдан алып ҡатнаша. Ошо осорҙа ҡаланың норматив талаптарға яуап биргән юл селтәре 136,94 километрға артты.
“Башинформ” фотоһы.