

Хәҙер Булгаков һәм тирә-яҡтағы ауылдар халҡы тештәрен дауалау өсөн баш ҡалаға барып йөрөмәһә лә була, сөнки ошо көндәрҙә Республика стоматология поликлиникаһы участка дауаханаһына стоматология ҡорамалы тапшырҙы. 21-се дауаханаға ҡараған медицина ойошмаһы стоматология хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыуҙы күҙ уңында тотоп, кабинетты тағы бер ҡорамалға байытты.
Ҡорамалды Республика стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән урынлаштырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш стоматологы, Республика стоматология поликлиникаһының баш табибы Рөстәм Дөмәевкә Булгаков ауыл биләмәһе халҡына ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт хаты тапшырылды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.