

Башҡортостанда дәүләт башлығы В.В. Путиндың "май" указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты уңышлы атҡарылып килә. Бер нисә йүнәлештә тормошҡа ашырылған проектҡа ярашлы, йыл аҙағына ҡәҙәр республикалағы 23 объектҡа реконструкция һәм капиталь ремонт үткәреү көтөлә. Был - мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары, сәнғәт мәктәптәре, музейҙар, мәҙәниәт һәм ял үҙәктәре. Йыл барышында иһә 27 мәҙәни ойошма, шул иҫәптән балалар музыка мәктәбе һәм 10 кино залы, заманса ҡорамалдар алған.
Башҡортостанда төрлө кимәлдәге һәм йүнәлештәге ижади саралар йыш ойошторола. Һаулыҡ үҙенсәлектәре булған кешеләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, күптән түгел "Ҡанаттарыбыҙҙы йәйәбеҙ" республика конкурс-фестивале икенсе тапҡыр үткәрелеп, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҡатнашыусыларҙың гала-концерты булды.
6 – 17 йәшлектәргә йүнәлтелгән инклюзив проект Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырылған, "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект “Культура”) "Ижади кешеләр" йүнәлешенә ярашлы тормошҡа ашырыла. Концертта йәш ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән сығыш яһаны. Оркестрҙың баш дирижёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҙур иғтибарға мохтаж балалар өсөн был сара – ижади тормоштарында ла, йәмғиәткә яраҡлашыуҙы еңеләйткән дә мөһим ваҡиға. Тамаша барышында оркестр музыканттарының, Өфө халҡының ихлас, йылы мөнәсәбәте йәш таланттарға үҙҙәрен сәхнәлә мөмкин тиклем уңайлы тойорға ярҙам итте.
Алдағы көндәрҙә лә “Мәҙәниәт” милли проектының ыңғай һөҙөмтәләрен күрергә форсат булыр.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: kulturarb.ru