Милли проекттар
20 Ноябрь 2022, 10:00

“РИМ” бөтәһенә лә оҡшаған

1230-ҙан ашыу тикшереү үткәрелгән дә инде.  

“РИМ” бөтәһенә лә оҡшаған“РИМ” бөтәһенә лә оҡшаған
“РИМ” бөтәһенә лә оҡшаған

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге звеноны яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, быйыл июль айында  Талбазы үҙәк район дауаханаһында “РИМ” рентген диагностика комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы ҡорамалда 1230-ҙан ашыу тикшереү үткәрелгән дә инде.  

“РИМ” комплексы стационар рентген кабинеттарында эшләү өсөн тәғәйенләнгән, ул төрлө йәштәге пациенттарға тулы рентгенологик тикшереүҙәр үткәрергә ярҙам итә.  Шулай уҡ өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнгән пациенттар ҙа унда тикшереү үтә ала.  Уның уңайлылығын  һәм тәьҫирлелеген  табиптар ҙа, ауырыуҙар ҙа баһаларға өлгөргән.

–Ҡорамал рентген һүрәттәрен һанлы эшкәртеүҙә өҫтөнлөккә эйә, тикшереү һөҙөмтәләрен һанлы рәүештә анализларға мөмкинлек бирә. Ҡорамалдың өҫтөнлөктәре  ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә һәм  пациенттарҙың һөҙөмтәләрҙе көтөү ваҡытында  айырыуса һиҙелә,– ти район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуҡов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас