Милли проекттар
21 Ноябрь 2022, 06:15

Иванай баҡсаһындағы саңғы юлы әҙер

Саңғы трассаһы спорт һөйөүселәр араһында ҙур танылыу яулап өлгөрҙө

Иванай баҡсаһындағы саңғы юлы әҙерИванай баҡсаһындағы саңғы юлы әҙер
Иванай баҡсаһындағы саңғы юлы әҙер

Яңы саңғы миҙгеле сағыулығы менән хәтерҙә ҡалһын өсөн трассаның сифаты ҙур әһәмиәткә эйә. Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Иванай баҡсаһы биләмәһендәге саңғы юлын ҡышҡа әҙерләү дауам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы, ошо көндәрҙә объектты ҡороған һәм ауған ағастарҙан таҙарттылар, участкаларҙы планлаштырҙылар, ҡыуаҡтарҙы киҫтеләр, таштарҙы, ағас төптәрен алып ташланылар. Эш барышында трассаның үрләгән һәм һөҙәк урындарына айырым иғтибар бирелде.

Мәғлүм булыуынса, Иванай баҡсаһындағы саңғы юлы спорт һөйөүселәр араһында ҙур танылыу яулап өлгөрҙө. Район һәм ҡала спорт ярыштары ла ошонда үтә. Быйылғы миҙгелдә бында балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт сараларын, “Рәсәйҙең саңғы юлы” ярышын үткәреү планлаштырыла.

Әлеге өмәлә ҡалалағы идарасы компаниялар, предприятиелар, “Башнефть”, янғын часы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Спорт һөйөүселәр ҙә ситтә ҡалманы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/351952

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/351952

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас