Милли проекттар
21 Ноябрь 2022, 05:15

“Лидер мәктәбе” – еңеүселәр иҫәбендә

Конкурста республиканан 99 команда ҡатнашырға теләк белдергәйне...

“Лидер мәктәбе” – еңеүселәр иҫәбендә“Лидер мәктәбе” – еңеүселәр иҫәбендә
“Лидер мәктәбе” – еңеүселәр иҫәбендә

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар һәм үҫмерҙәр үҙәген үҫтереү үҙәгенең “Лидер мәктәбе” берекмәһе командаһы “Мөмкинлектәр заманы” төбәк ирекмәнлек башланғыстары конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде.

“Проекттың маҡсаты – үҫмерҙәрҙе ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм балалар менән өлкәндәрҙең хеҙмәттәшлеге үҙәктәре булараҡ 10 йәмәғәт киңлеген, һәләттәрҙе тормошҡа ашырыу урындарын булдырыу”, – тине берекмә етәксеһе Гүзәл Нуретдинова.

Мәғлүм булыуынса, конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, Өфө ҡалаһының Социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының “Ярҙам һәм ижад итеү бик еңел” проекты нигеҙендә үтте. Унда бөтә республиканан 99 команда ҡатнашырға теләк белдергәйне. Бәйгегә әҙерлек барышында барыһы ла өс белем биреү саминарында ҡатнашты, үҙҙәренең ирекмәнлек башланғыстарын тәҡдим итте. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 26 проект билдәләнде. Уларҙың барыһы ла идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн грант ярҙамы ала.

Әйткәндәй, “Лидер мәктәбе” командаһы конкурсҡа Дүртөйлө районы лидерҙары һәм ирекмәндәре өсөн белем биреү форумы уҙғарыуға арналған “Бергә эш итәбеҙ!” проектын тәҡдим иткәйне. 13 декбарҙә үтәсәк сарала райондан 80 өлкән класс уҡыусыһы туранан-тура һәм тағы ла 40-тан ашыу бала ситтән тороп ҡатнаша.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/498123/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/351766

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас