Милли проекттар
22 Ноябрь 2022, 09:47

Һаҡсыллыҡ – баҙар иҡтисады талабы

Етештереүсәнлекте арттырҙылар.

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сараларын уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Күптән түгел ошо проект  сиктәрендә   “Пром-инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса дәрестәр алды.

Был компания резина-техник тауар­ҙар етештереүҙә махсуслашҡан. Уның продукцияһы ассортименты нефть сығарыу, нефть химияһы һәм химия предприятиелары өсөн тәғәйенләнгән бер нисә мең төр деталдән тора.

– Белгестәр өсөн һигеҙ сәғәтлек тренинг эш уйыны рәүешендә ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен штепсель сәнскеләре етештереү буйынса предприятие хеҙмәткәрҙәре булараҡ күҙ алдына килтерҙе. Тренингтың төп бурысы – һаҡсыл етештереү ҡоралдары ярҙамында йоғонтоло етештереү процесын булдырыу.  Уҡыу алынған теоретик белемде шунда уҡ ғәмәлдә ҡулланыуға һәм көнүҙәк бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән, – ти республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Уйында ҡатнашыусылар 10 минут эсендә 35 штепсель сәнскеһе етештерергә тейеш ине. Беренсе раундта команда биш әйбер эшләп сығарҙы, икенсеһендә – 25, өсөнсөһөндә – 35 деталь.  Ошо задание миҫалында “Пром-инжиниринг” хеҙмәткәрҙәре етештереү буйынса заказды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтәп кенә ҡалманы, ә келәт ойоштороуҙы яҡшыртты, процестарҙың үтәлешен тигеҙләштерҙе һәм айырым әйберҙәр ағымын яйға һалды. Алынған күнекмәләрҙе улар хәҙер үҙҙәренең цехында ла ҡулланасаҡ.

Тренинг барышында унда ҡатнашҡандар ғәҙәти етештереү шарттарындағы проблемалар менән осрашты, һаҡсыл етештереү ҡорал­дары ярҙамында пробле­маларҙың тәү сәбәптәрен табырға өйрәнде,  хеҙмәткәрҙәр төркөмөнөң тиң эшләмәүен бөтөрҙө һәм процестарҙы ваҡыт буйынса тигеҙ алып барыуға өлгәште.  Бөтә эш-хәрәкәттәр уларҙың әҙер продукт өсөн файҙалы булыу-булмауына ҡарап баһаланды.

Милли проект сараларын тормошҡа ашырғанда үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеү Башҡортос­тандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән “Пром-инжиниринг” йәмғиәте араһын­да 2021 йылдың ноябрендә төҙөлгәйне. Артабан Компетенциялар буйынса төбәк үҙәге эксперттары предприятиелар һәм белгестәр һайлап алыу менән шөғөлләнде. Яҡын киләсәктә улар “Стандартлаш­тырылған эш”, “Яҡшыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу”, “5С системаһы” һәм башҡа тренингтар үткәрәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты  Рәсәй Президенты Владимир Путин­дың май указдары тарафынан 2018 йылда раҫланғайны, ул илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу маҡсатын ҡуя. 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас