Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2022, 13:15

Һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәнделәр

Башҡарма власть органдарында эшләгән 60-тан ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырҙы.

Һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәнделәр
Һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәнделәр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала төбәк командаһын хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу алымдарына махсус уҡытыуҙың һуңғы этабы үтте. Уҡыуҙарҙы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге федераль компетенциялар үҙәге ойошторҙо.

Төбәк командаһына һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү иҫәбенә үҙҙәре көйләгән тармаҡтарҙа эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу яҡлы булған башҡарма власть органдары вәкилдәре һайлап алынды. Әле “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса системалы саралар” төбәк проекты менән билдәләнгән планға ярашлы, республикалағы башҡарма власть органдарында эшләгән 60-тан ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.

– Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларға эште ойоштороу, персоналға идара итеү алымдарын һәм һаҡсыл етештереүҙең башҡа технологияларын өйрәтәләр. Был белемде улар көндәлек эшендә етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн ҡуллана ала, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Әйткәндәй, башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәрен һаҡсыл етештереү алымдарына уҡытыу программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: magtu.ru/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/353756#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: