“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тәүге медик-санитар ярҙамды өс ауыл халҡы аласаҡ.
Балыҡлыкүл, Шишмә һәм Байкал ауылдарында йәшәгән 369 кешене фельдшер Зәлиә Иҙрисова хеҙмәтләндерәсәк. Элекке медицина учреждениеһы 1973 йылда төҙөлгән иҫке бинала, балалар баҡсаһының ҡуртымға алған бүлмәһендә урынлашҡайны. Шарттар санитар нормаларға тап килмәне, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары булманы, тейешле ҡорамалдар етешмәне.
Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау, персонал өсөн бүлмәләр булдырылған.
– Ауыл халҡы өсөн яңы пункт асылыуы көтөп алынған ваҡиға. Уңайлы шарттар, яңы йыһаздар һәм медицина ҡорамалдары сәләмәтлекте нығытырға, сирҙәрҙе иҫкәртергә ярҙам итәсәк, – ти фельдшер Зәлиә Иҙрисова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.