Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика урмансылары йыл һайын шыршы, ҡарағай, ҡарағас орлоғон әҙерләй, үҙ көсө менән тубырсыҡ йыя, уны ауыл халҡынан да һатып ала. Уңыштың ниндәй булыуы һауа шарттарына ғына түгел, ағастарҙың биологик йәшәү циклына ла бәйле. Ғәҙәттә, ылыҫлы ағастар бер нисә йылға бер тапҡыр ғына мул уңыш бирә. Балаҡатай урмансылығында әле 560 килограмм шыршы тубырсығы йыйылған.
– Орлоҡҡа тубырсыҡты һалҡындар башланыу менән йыя башлайбыҙ – сифатлы орлоҡ етештереүҙең төп шарты тап ошо. Шулай уҡ ағастың сифаты ла ҙур әһәмиәткә эйә, – ти урмансылар.
Орлоҡ әҙерләүҙең еңелдән булмауын һәр кем белә. Тубырсыҡты йыйып алғандан һуң уны ваҡытында киптерергә, эшкәртергә һәм дөрөҫ һаҡларға кәрәк.
Мәғлүм булыуынса, ағас орлоҡтары запасын туплау буйынса саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар тарафынан тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/496022/