“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 17-се ҡала балалар дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынды. Медицина вертикализаторҙары неврология, нейрохирургия һәм физиотерапия бүлексәләренә ҡуйылған.
Аппараттар балалар церебраль фалижына дусар ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙа ҡулланыла. Хәрәкәт итеүҙе сикләгән нервы йәки терәк-хәрәкәт системаһы сирҙәрен дауалауҙа ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртасаҡ. Табиптар әйтеүенсә, түшәктә оҙаҡ ятҡан, яраланған пациенттарҙы реабилитациялауҙа был ҡорамал ҙур ярҙамсы. Ул вертикаль хәлдәге ауырыуҙың умыртҡа бағанаһына, мускул системаһына һәм терәк-хәрәкәт аппаратына аҡрынлап көсөргәнеш төшөрөргә булыша, йөрәк,бауыр, тын алыу ағзалары, мускул һәм һөйәктәр яғынан өҙлөгөүҙәрҙе булдырмауға, ҡан әйләнешен, лимфа ағышын яҡшыртырға, ҡан баҫымын тотороҡландырырға ярҙам итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.