Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2022, 14:10

Власть органдарының 1500 сайты эшләнгән

Был - “Асыҡ төбәк” мәғлүмәт технологиялары үҙәгенең ҡаҙанышы.

Власть органдарының 1500 сайты эшләнгән
Власть органдарының 1500 сайты эшләнгән

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Республикалағы IT-компания – “Асыҡ төбәк” мәғлүмәт технологиялары үҙәге тарафынан төҙөлгән “Власть” платформаһында Башҡортостан, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Ростов һәм Магадан өлкәләре, шулай уҡ Ямал-Ненец автономиялы округы власть органдарының 1500 сайты эшләнгән.

– Платформа ҡануниәт талаптарына ярашлы төбәк һәм муниципаль власть органдары сайттарын эшләргә мөмкинлек бирә. Күрһәткес ярайһы уҡ ҙур, тимәк, республика компанияһының был эшләнмәһе уңышлы булған, тип фаразларға була, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Белгестәр билдәләүенсә, платформала код талап итмәгән инструменттар бар. Улар ябай ҡулланыусыларға веб-сайттарҙы программа кодын яҙмайынса тултырырға, халыҡтан яуап мәғлүмәттәре йыйырға, электрон документтар әйләнеше системалары менән интеграцияны көйләргә мөмкинлек бирә.

Мәғлүм булыуынса, күптән түгел “Власть” үҙәкләштерелгән платформаһы Рәсәйҙең “ГосТех” берҙәм һанлы платформаһына тәү сиратта күсерелеүгә һәм бөтә Рәсәй буйынса таратыуға тәҡдим ителде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) “Һанлы технологиялар” федераль проекты ошондай һанлы технологияларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/355133#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: