Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2022, 09:00

Яман шештән мәрхүм булыусылар кәмер тип өмөтләнәйек...

Был үҙәк онкология ауырыуҙарын башланғыс стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Яман шештән мәрхүм булыусылар кәмер тип өмөтләнәйек...
Яман шештән мәрхүм булыусылар кәмер тип өмөтләнәйек...

“Физика. Медицина физикаһы” йүнәлешендә белем алған студенттар позитрон-эмиссия томографын яҡындан ҡарап, өйрәнеп, медицина үҙәге белгестәре менән аралашты. Үҙәктең етәксеһе Виктория Нәзмиева йәштәргә был өлкәләге тикшереү алымдары, ҡорамал серҙәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалалағы 1-се клиник дауахана биләмәһендә урынлашҡан позитрон-эмиссия томография үҙәге (ядро медицина үҙәге) сентябрь айында эшләй башланы. Үҙәк онкология ауырыуҙарын башланғыс стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Нәҡ уның ярҙамында яман шеш асыҡланғандарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа өмөт артасаҡ. Тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Беҙ республика медицинаһын үҫтереүгә сираттағы ҙур аҙымды яһаныҡ. Тәү сиратта, яман шеш менән көрәшеү өсөн. Был - Башҡортостан биләмәһендә икенсе ПЭТ-үҙәк. Ул онкология сирҙәрен асыҡлау һәм ваҡытында дауалау өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Элек бөтә пациенттар ҙа ошондай тикшереүҙәр үтергә Өфөгә йөрөргә мәжбүр ине. Ә хәҙер Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә үҙенең заманса диагностика комплексы барлыҡҡа килде. Был юғары технологиялы медицина тип атала. “МедИнвестГрупп” компанияһы һәм был проектҡа башланғыс һалыусы Виктор Владимирович Харитонинға рәхмәт. Уның менән артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ, Стәрлетамаҡта юғары технологиялы дауалау үҙәген булдырыу буйынса проект әҙерләйбеҙ. Шуныһы мөһим: һәр кем медицина страховкаһы буйынса позитрон-эмиссия томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә аласаҡ”, - тип билдәләгәйне ул саҡта Радий Фәрит улы.

Өфөлә 2014 йылда позитрон-эмиссия томография үҙәге асылғайны, ул уңышлы эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Ә 2019 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә Стәрлетамаҡта ла ошондай комплекс төҙөү буйынса “МедИнвестГрупп” компаниялар төркөмө проекты хупланды. “МедИнвестГрупп" компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотов Башҡортостан Стәрлетамаҡ ПЭТ-үҙәген асыу менән диагностикалау мөмкинлеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡҡа сыҡты, тип билдәләне.

Был инвестиция проектын дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында “МедИнвестГрупп” компанияһы төркөмө тормошҡа ашырҙы. Һалынған аҡсаның күләме – 220 миллион һум тәшкил итә.

Үҙәк киләсәктә Стәрлетамаҡта ғына түгел, республиканың барлыҡ көньяҡ район-ҡалаларында яман шештән мәрхүм булыусылар һанын бермә-бер кәметеүгә ярҙам итеренә шик юҡ. Әйткәндәй, бында үҙәк асылғандан алып 200-ҙән ашыу кеше медицина тикшереүе үтеп өлгөргән дә инде.

Бындай асыштар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында атом энергияһын файҙаланыу өлкәһендә техниканы, технологияларҙы һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү маҡсатын тормошҡа ашырыу йәһәтенән милли проект ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ә буласаҡ ғалимдарға әйләнеп ҡайтҡанда инде, уҡыу йортонда теоретик белемде шулай йыш ҡына ғәмәли тәжрибә менән нығытыу йолаға әйләнгән. Студенттар артабан ҡаланың башҡа медицина учреждениеларына ла барасаҡ.

Фото: Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәте.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яман шештән мәрхүм булыусылар кәмер тип өмөтләнәйек...
Яман шештән мәрхүм булыусылар кәмер тип өмөтләнәйек...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: