Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2022, 10:15

Эшселәр белемен камиллаштыра

Милли проект нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла

Эшселәр белемен камиллаштыра
Эшселәр белемен камиллаштыра

Рәсәй Федерацияһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, кешеләргә йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Башҡортостан төбәк компетенциялар үҙәгенә ҡараған уҡытыу-етештереү майҙансығында “Белорет йылылыҡ ҡоролмалары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Урал пружиналар заводы” акционерҙар йәмғиәте, “Корона” мебель фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Эшселәрҙең белемен камиллаштырыу тап “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылды.

– Тәжрибә күрһәтеүенсә, практик тренингта ҡатнашҡан белгестәр компетенция кимәлен күтәреп кенә ҡалмай, ә коллектив тотошлайы менән предприятиеның эшмәкәрлегенә инеп китә, – тип һөйләй Башҡоростан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – 2022 йылда “Хеҙмәт фабрикаһы” проектында ҡатнашыусы предприятиеларҙағы хеҙмәткәрҙәр 217-гә еткән.

Шулай уҡ 16 хеҙмәткәр бер нисә этапта уҡыуҙарҙа булды. Уларға производство сменаһында, егерме минут эсендә, ун изделие йыйырға ҡушылды. Сменалар араһында тренерҙар һаҡсыл эш алымына таянып дәрестәр үткәрҙе. Ысынлап та, хеҙмәткәрҙәр ошо белем буйынса эштәрен дауам итте.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: