Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2022, 16:15

“Пушкин картаһы” музыка сәнғәте менән таныштыра

Сәнғәт мәктәбендә “Рус музыка донъяһына сәйәхәт” программаһы әҙерләнде

“Пушкин картаһы” музыка сәнғәте менән таныштыра
“Пушкин картаһы” музыка сәнғәте менән таныштыра

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Пушкин картаһы” федераль программаһы буйынса райондың төпкөл ауылдарында йәшәгән үҫмерҙәр һәм йәштәр донъя мәҙәниәте, музыка сәнғәте менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

Күптән түгел Николо-Березовка ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенең музыка бүлеге уҡытыусылары һәм уҡыусылары “Рус музыка донъяһына сәйәхәт” программаһын әҙерләне. Уның маҡсаты – йәш быуында рус халыҡ мәҙәниәтенә, тарихи сығанаҡтарына, музыкаль һәм дөйөм мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү. Өлкән класс уҡыусылары был көндә баян, думбыра, аккордеон, гитара кеүек рус халыҡ музыка ҡоралдары менән танышты. Алып барыусы уларҙың тарихы, танылған сәнғәт оҫталары, рус һәм хәҙерге композиторҙар хаҡында һөйләне. Концертта рус халыҡ музыкаһы яңғыраны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/355959#scroll

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/355959#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: