Яңы теплицала ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләр үҫтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.
Ҡариҙел районында ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләрҙе файҙаланып, яһалма һәм ҡатнаш урман тергеҙеү майҙандарын әкренләп арттырырға ниәтләйҙәр. Үҫентеләр көршәктәрҙә үк үҫеп киткән - был алым үҙен яҡшы күрһәткән.
Яңы теплица Ҡағиҙел районында иҫәп буйынса икенсеһе буласаҡ, ә республикала ошондай илле төҙөлгән.
– Теплицаның ҙурлығы – 8-гә 45 метр. Өҫтәмә мең кассета һатып алдыҡ һәм бында 80 меңдән ашыу ылыҫлы ағас үҫентеһе үҫтерергә ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Ҡариҙел районының урман хужалығы директоры Рәүеф Ғафаров.
Урмандарҙы тергеҙеү майҙандарын арттырыу маҡсаты “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында ҡуйылған. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырылған милли проект 2024 йылға урмандарҙы тулыһынса тергеҙеүҙе тәьмин итергә тейеш.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан