2022 йылдың 1 декабренән 3-нә тиклем Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған, йолаға әүерелгән “Һөнәрҙәр аҙналығы” уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында “Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, “Минең бизнес” үҙәге.
Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә традицион һөнәрселәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу, ғәмәлдәге етештереүселәргә һәм коммерциялаштырыуға ярҙам маҡсатында уҙғарыла.
– “Һөнәрҙәр аҙналығы” – Башҡортостандың халыҡ-художество кәсептәре оҫталарын, эксперттарын бер майҙанға йыйған һәм эшҡыуарҙарға йүнселлек өлкәһендә яңы күнекмәләр, белем, тәжрибә туплау мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле сара. Шулай уҡ ул халыҡ художество кәсептәре изделиеларын етештереү, һатыу, һөнәрселек менән шөғөлләнгәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
“Һөнәрҙәр аҙналығы” эшлекле программаны, халыҡ художество кәсептәре, һөнәрҙәре өлкәһенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн “Волга буйы” күргәҙмә-йәрминкәһен, “Йыл һөнәрсеһе-2022” республика конкурсын, шулай уҡ һөнәрселек, ижади оҫталыҡ дәрестәрен берләштерә.
Сараны уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158, ВДНХ-ЭКСПО.
Эшлекле программа һәм теркәүгә һылтанма - “Минең бизнес” үҙәге сайтында.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19565/
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан