Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2022, 11:00

Яугирҙәребеҙҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлау өсөн

Нефтекама йүнселе бронежилеттар өсөн чехол һәм башҡа аксессуарҙар етештерә башлай.

Яугирҙәребеҙҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлау өсөн
Яугирҙәребеҙҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлау өсөн

Нефтекамала ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә хәрби ҡорамалдар тегеү буйынса бизнес-идея менән таныштырҙылар.

Проект менән шәхси эшҡыуар Андрей Дьяконов таныштырҙы. Уның төп кәсебе – йомшаҡ һәм корпуслы мебель етештереү, һатыу. Быйыл йүнсел эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә – хәрби кәрәк-яраҡ тегергә хәл итә. Был - бронежилеттар өсөн чехолдар, аксессуарҙар, “биш нөктәле” ултырғыстар һәм башҡа тауарҙар. Продукция мөмкин тиклем сифатлы, уңайлы буласаҡ, тип вәғәҙәләй эшҡыуар.

“Бөгөнгә етештереү планы әҙерләнгән, смета төҙөлгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу стадияһында, етештереү ҡеүәттәре бар, бронежилеттарҙың тәүге тышлыҡтары, уларға аксессуарҙар һәм башҡалар эшләнгән, – тип хәбәр итә Нефтекама хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. – Бөгөнгө ихтыяждарға ярашлы, яугирҙәребеҙҙе сифатлы хәрби ҡорамалдар менән тәьмин итеү, махсус хәрби операцияны үткәреү зонаһында хәрби дежурҙа тороусыларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлау өсөн эшҡыуарҙар менән бөтә мәсьәләләр буйынса, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам туплау йәһәтенән үҙ-ара төрлө яҡлы эш итеү ойоштороласаҡ”.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: "Башинформ". 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: