23 ноябрҙә Үзбәкстанда башланған "UzAgroExpo-2022 Ауыл хужалығы" XVII халыҡ-ара күргәҙмәһенең беренсе көнөндә үк Башҡортостандан етештереүсе 100 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– Күргәҙмәнең беренсе көнөндә компаниялар Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Германия, Иран кеүек уҙаҡтарштары менән 30-ҙан ашыу b2b осрашыуҙары үткәрҙе. Халыҡ-ара партнерҙар беҙҙәге ауыл хужалығы тауарҙарына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, — тип белдерҙе Маргарита Болычева.
Үзбәкстандың ауыл хужалығы сараһында Башҡортостандан биш етештереүсе ҡатнаша: умартасылыҡ тауарҙары менән В.В. Хәзиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы, эшкәртелгән ауыл хужалығы һәм һөт сәнәғәте тауарҙары менән “Дуҫтар” сауҙа йорто” йәмғиәте, ауыл хужалығы һәм умартасылыҡ тауарҙары менән А.Р. Минһажевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы, ҙур һәм түбән етештереүсәнлекле һыу әйләнеше системаһы менән “Модерн Петролиум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, иген культуралары һәм уларҙан эшкәртелгән тауарҙар менән “Профтечник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru/presscenter.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан