Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь 2022, 08:00

Эшҡыуарҙар һаны арта

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә мөмкинлектәр киңәйә.

Эшҡыуарҙар һаны арта
Эшҡыуарҙар һаны арта

Быйылғы ун ай һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны ярты миллиондан ашҡан. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 9,5 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Күрһәткестең артыуына Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы йоғонто яһай. Әйтергә кәрәк, бындай бурыс былтыр Халыҡ -ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһында ҡуйылғайны.

"2022 йылда Башҡортостанда ҡабул ителгән эшҡыуарлыҡ өсөн көрсөккә ҡаршы ярҙам саралары, шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә ҡаралған саралар республикала бизнес үҫешенә ыңғай тәьҫир итте. Яңы ярҙам төрҙәре лә төбәктәге эшҡыуарлыҡтың артабанғы үҫешен тәьмин итергә йоғонто яһар", - тине Башҡортостандың зшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һалым керемдәре лә артҡан – быйыл ун ай эсендә Башҡортостандың тупланма бюджетына 13,1 миллиард һум ингән. Был иһә үткән йылдың ошо осоронан 19,4 процентҡа ҙурыраҡ.

Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса (393 субъект) Башҡортостан илдә икенсе урында. Һәр өсөнсөһө быйыл үҙенең эшмәкәрлеге өсөн ярҙамға 100 меңдән 500 мең һумға тиклем грант ала. Йәш эшҡыуарҙар ҙа финанс ярҙамдан файҙалана – быйыл уларға 63,1 миллион һумға 133 грант бирелгән. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һөнәр, художестволы кәсеп өлкәһе өсөн субсидия биреү тәртибе ҡаралған. Республика ҡаҙнаһынан уларға һигеҙ миллион һум аҡса бүленәсәк.  

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтәсәк. Ул 14 декабрҙән 17-һенә тиклем бара.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: