Төбәктә етештерелгән сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙы ташыу менән бәйле сығымдарҙы субсидиялау практикаһы Рәсәй төбәктәрендә тормошҡа ашырылған экспортҡа ярҙам итеү буйынса иң яҡшы махсус саралар исемлегенә индерелде. Был сеймал һәм энергетик булмаған экспортты үҫтереүҙең “best practice” проекттының дауамы. Ошо хаҡта Рәсәй Экспорт үҙәгенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
– Ғәмәлдәге ярҙам сараларынан тыш, быйыл экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса яңы саралар әҙерләнек, мәҫәлән, хабахтарҙа йөктәрҙе һаҡлауға сығымдарҙы ҡаплау, тауарҙың сифатын тейешле талаптарға ярашлы яҡшыртыу йәһәтенән. Тәүге тапҡыр импортерҙарыбыҙға ярҙам күрһәтәбеҙ. Сит ил сеймалын, компоненттарын һәм ҡорамалдарын һатып алыуға бәйле сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен ҡаплауға, шулай уҡ консалтинг компанияларының тейешле хеҙмәттәренә киткән сығымдарҙы, импорт тауарҙарын ташыуға бәйле сығымдарҙы ҡапларға иҫәп тотабыҙ, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бер мөрәжәғәт итеүсегә финанс ярҙам күләме документ менән раҫланған сығымдарҙың 80 процентын тәшкил итә, әммә ике миллион һумдан ашыу түгел.
2020 йылда сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар етештереүселәргә булышлыҡ итеү өсөн республика бюджетынан 7,1 миллион һум аҡса бүленде. 16 экспортер ярҙам алды, шул уҡ ваҡытта ярҙам алған экспорт күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итте.
2021 йылда республика бюджетынан 4,8 миллион һум аҡса бирелде. Ун экспортер ярҙам алды, шул уҡ ваҡытта ярҙам алған экспорт күләме 200 миллион һум тәшкил итте.
Төбәк властары өсөн иң яҡшы тәжрибәләр базаһы “Рәсәй экспорт стандарты 2.0”-нең “Иң яҡшы тәжрибәләр” онлайн-мониторинг системаһының айырым бүлегендә бар. Бынан тыш, был сайтта субъекттар үҙҙәренең кейстарын һайлап алыу һәм йыйынтыҡҡа индереү өсөн күрһәтә ала.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru/presscenter.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан