Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь 2022, 10:00

Республика етештереүселәре донъя баҙарын яулай

2022 йылда республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге биш яңы маркетплейсты үҙләштерҙе.

Республика етештереүселәре донъя баҙарын яулай
Республика етештереүселәре донъя баҙарын яулай

2022 йылда яңы баҙарҙарҙы яулау барышында Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге алты электрон майҙансыҡты үҙләштерҙе. Был – “Ecasb.com” (Иран), “Amazon.com.tr” (Төркиә), “Lazada” (Таиланд), “Lesprom Network” (Азия, Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре), “Woodresource.com” (Яҡын Көнсығыш һәм Азия, Ҡытай, БДБ илдәре). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә сит ил электрон сауҙа үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– Беҙҙең Экспортҡа ярҙам үҙәгенең халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында тауарҙарҙы тәҡдим итеү буйынса эш алып барыла. 2020 йылдан “Экспортерҙың һанлы паспорты” проекты тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә 104 бәләкәй һәм урта предприятие һанлы паспорт, шул иҫәптән артабан халыҡ-ара баҙарҙа урынлаштырылған тауарҙар тураһында инглиз телендә фото, видео һәм текслы контент алды, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

“Рәсәй продукцияһын экспортлау Интернет-сауҙаһы, урынлаштырыу һәм тәҡдим итеү мөмкинлектәре” секцияһында республика компаниялары “Рәсәй почтаһы” аша сит илдәргә тауар ебәреү буйынса консалтинг хеҙмәттәре алды. Секцияла ҡатнашыу һөҙөмтәһендә “Пищепром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Ҡытайҙың “Epinduo.com” майҙансығында тауар урынлаштырҙы.

Бынан тыш, Экспортҡа ярҙам үҙәге ярҙамында Башҡортостандың алты компанияһы “Alibaba.com” платформаһында “Super September 2022” донъяуи онлайн-күргәҙмәһендә үҙҙәрен күрһәтте. Йәнле ағымды Нидерланд, Гонконг, Ҡытай, Австрия, Германия, АҠШ, Сингапур, Румыния, Исландия, Рәсәй, Перу, Төркиә, Тайвань һәм Пакистан кеүек илдәрҙән меңәрләгән тамашасы күҙәтә.

– Онлайн-күргәҙмәлә ҡатнашыу һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәне. Тапшырыу ваҡытында уҡ ҡайһы бер етди һатып алыусылар башҡорт продукцияһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Компанияларға эшлекле тәҡдимдәре, каталогтар һәм хаҡтар исемлеге буйынса һорауҙар килгән. Әле предприятиелар артабан хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып бара һәм тәүге тауарҙы ебәреү шарттарын тикшерә, – тип һөйләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Былтыр Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә “WOOD MARKET” темаһына "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде. Етештереүҙән алып тармаҡ платформаларында урынлаштырыуға тиклем.

Сығыш яһаусылар Башҡортостан экспортерҙары өсөн тармаҡ онлайн-платформалары, атап әйткәндә, “Woodresource.com”, “Lesprom Network”, “Fordaq” һәм башҡа уңайлы майҙансыҡтарҙа ағас изделиеларын тәҡдим итеүҙәре тураһында һөйләне.

– 2022 йылда (ғинуар - сентябрь) урман сәнәғәте продукцияһы экспорты 107,5 миллион доллар тәшкил итте, шуларҙың 77 проценты БДБ илдәренә тура килә. БДБ-нан тыш, сит илдәрҙең үҫеше өсөн ҙур баҙарҙар барлығын беләбеҙ. Уны үҫтереү ысулдарының береһе – тармаҡ баҙарҙары, — тип белдерҙе үҙәк директоры Илдус Хәлитов.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ярҙамында Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге секциялар ойошторған. Быйыл ундай һөйләшеүҙәр республика компанияларының халыҡ-ара баҙарға сығыуына арналасаҡ.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru/presscenter.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: