Өфөнөң Калинин районындағы Инорста ишкәкле слалом ҡоролмалары уникаль комплексының беренсе сиратын төҙөү бара. Төҙөүселәр ишкәкле слалом төбөнә бетон түшәүҙе тамамланы. Ғөмүмән, йыл аҙағына тиклем канал үҙәненә бетон түшәү эшен тамамламаҡсылар.
– Проект Өфөнөң 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән. Ул Өфөләге Йылы күлен һәм Ҡариҙел йылғаһын тотатыштыра. Әле илдә ошондай бер канал бар һәм ул йәй көндәрендә генә эшләй. Өфө комплексы иһә хатта ҡышын да ҡабул итәсәк, – тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Ишкәкле слалом өсөн дөйөм оҙонлоғо 350 метр булған ҡоролма старт бассейнынан, алты бассейндан торған күнекмәләр участкаһынан, финиш бассейнынан, һыу ағыҙғыс каналдан һәм башҡаларҙан торасаҡ.
Әлеге ваҡытта канал төбөнә бетон түшәлгән. Генераль подрядсы “Корунд” яуаплылығы сикләнгән йәмғите вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер старт бассейны стенаһының нигеҙ плитәһе һалына, параллель рәүештә финиш бассейнында ла бетон түшәлә.
- Майҙансыҡта 50 эшсе, алты берәмек техника эшләй. Эш ике сменала байрам һәм ял көндәрендә лә алып барыла, – тине төҙөлөш участкаһы етәксеһе Фаил Ғәниев.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы быйыл февралдә төҙөлөшкә рөхсәт алғайны. 2023 йылдың ноябрендә барлыҡ эштәр ҙә тамамланыр, тип көтөлә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Демография” милли проекттары (национальные проекты “Жилье и городская среда”, “Демография”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: building.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан