Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ноябрь 2022, 18:00

Лицензия алырға теләүселәр арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлегенә  267 документтар пакеты бирелгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 67-гә күберәк.

Лицензия алырға теләүселәр арта
Лицензия алырға теләүселәр арта

Башҡортостанда быйыл ун ай эсендә медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алырға теләүселәр һаны  33,5 процентҡа артты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлегенә  267 документтар пакеты бирелгән, былтырғы менән сағыштырғанда 67-гә күберәк тигән һүҙ.

–Лицензия алыу өсөн тапшырылған пакет эсендә лицензиаттың милеккә  хоҡуғы раҫланған медицина изделиелары документтары булырға тейеш.  Был – төп талаптарҙың береһе. Бөтә ҡорамалдар, приборҙар һәм инструменттарҙың тейешле тәртиптә теркәлгән булыуы шарт,– ти министрлыҡтың лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Ул ғариза биреүсенең  тейешле медицина изделиелары менән тәьмин ителешен тикшереүҙе лицензия алыуҙа төп шарт тип атаны.

Ҡорамал тураһында мәғлүмәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһындағы медицина ойошмаларының федераль реестрында тултырыла.Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыуҙың ябайлаштырылыуына лицензия бүлеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.Хәҙерге ваҡытта тәүге тапҡыр лицензияны рәсмиләштереү ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы, ҡабаттан алғанда –ун көнгә тиклем.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: