Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ноябрь 2022, 11:10

ПестицидыRU техникаһын яңыртҡан

Эшҡыуарҙар араһында микрокредитлау хеҙмәттәренә ихтыяж бик ҙур.

ПестицидыRU техникаһын яңыртҡан
ПестицидыRU техникаһын яңыртҡан

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы әйләнештәге аҡсаны тулыландырыу өсөн өс йылға билдәләнгән алты процентлы ставка буйынса ПестицидыRU маркаһы менән тауар етештергән республика компаниялары төркөмөнә 5,4 миллион һумлыҡ микрозаем биргән. Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған.

– Әле бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары араһында микрокредитлау хеҙмәттәренә ихтыяж бик ҙур. Беҙ бындай хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген киңәйтергә тырышабыҙ. Ғаризалар минималь документтар пакеты буйынса йылдам ҡарала, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

ПестицидыRU компаниялар төркөмө үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереүҙән башлап сәсеү материалын эшкәртеүгә һәм орлоҡ ташыуға ҡәҙәр урындағы ауыл етештереүселәренә агрономик ярҙам күрһәтә. Алынған заем аҡсаһы буйынса тышҡы сауҙа килешеүе төҙөлгән һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге Рәсәйҙә сығарылған үҙйөрөшлө техника һатып алынған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/357669#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: