Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ноябрь 2022, 10:40

Яҡшыраҡ эшләргә сәбәп бар!

Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты Әбүталип һәм Арҡырытау ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Яҡшыраҡ эшләргә сәбәп бар!
Яҡшыраҡ эшләргә сәбәп бар!

Ҡариҙел районының Әбүталип ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһында тәүге ярҙам күрһәтеү сифаты яҡшырҙы. Уңайлы һәм йылы бинала халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған: фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар.

Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты Әбүталип һәм Арҡырытау ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медицина ярҙамын 179 кеше аласаҡ. Яңы пунктта 21 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Илһөйәр Сәхәбетдинова эшләйәсәк. ”Мин бындай яҡшы шарттарҙа эшләйәсәгемә шатмын. Хәҙер яҡшыраҡ эшләргә сәбәп бар”, – ти ул.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: