Яңауыл үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында бер юлы ике кабинет эш башланы. Флюорография кабинетынан тыш районда тәү тапҡыр маммография кабинеты асылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, бинала ремонт та үткәрелде. Май айынан башлап яҡты бүлмәләрҙә пациенттарҙы теркәүсе Резеда Вәлиәхмәтова, табип-рентгенолог Оксана Петраева, рентген-лаборанттар Ирина Минәжева, Лейсян Боева, Милана Фәйзуллина ҡабул итә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ун меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән.
Һанлы маммограф яман шеште иртә асыҡлау һәм аныҡ диагноз ҡуйыу өсөн юғары сифатлы рентген һүрәте менән тәьмин итә. Флюорограф һанлы технологиялар ярҙамында, аҙ ғына нурланыш менән яҡшы сифатлы һүрәттәр бирергә һәм скрининг тикшеренеүҙәр үткәрергә һәләтле. “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә дауахана мөмкинлектәрен киңәйтә. Яңы ҡорамал тәү сиратта фтизиатрия һәм онкология сирҙәрен асыҡларға ярҙам итәсәк”, – тине дауахананың баш табибы Тимур Мадьяров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.