Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ноябрь 2022, 10:15

Зинин ауылы янындағы төҙөлөш әүҙем бара

Күләмле объект Өфө ҡалаһының 450 йыллығы айҡанлы төҙөлә.

Зинин ауылы янындағы төҙөлөш әүҙем бара
Зинин ауылы янындағы төҙөлөш әүҙем бара

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, 2023 йылдың авгусына Өфө эргәһендәге Зинин ауылы янында яңы юл үткәргес төҙөлә. Ул 21-се саҡрымда “Иглин – Дим” тимер юлын аша сыҡҡан ерҙә тығындан ҡотолорға мөмкинлек бирәсәк. Өс тороҡло юл үткәргес дүрт һыҙатҡа иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо – 106 метр. 

25 ноябргә 36 тороҡ бағанаһының 18-е монтажланған, 1-се терәк стенаны төҙөү дауам итә, мөһим һәм ҡатмарлы этаптарҙың береһен тәшкил иткән Рәсәй тимер юлдары коммуникацияларын сығарыу тамамланып килә.

Бынан тыш, субподряд ойошмаһы М-5 “Урал” автомобиль юлындағы айырсанан Нуғай шоссеһына тиклем автомобиль юлын һалыуҙы дауам итә. Был эшкә 20 берәмек техника йәлеп ителгән.

Күләмле объект Өфө ҡалаһының 450 йыллығы айҡанлы төҙөлә. Уны һалыуға федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан 1,3 миллиард һум аҡса бүленгән. Яңы юл үткәргес асылғас, ғәмәлдәге күперҙе ябыу күҙаллана.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/356508#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: