Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2022, 13:15

Беҙгә оҫталыҡ тупларға киләләр

Илдең 16 төбәгенән ҡунаҡ көтәбеҙ.

Беҙгә оҫталыҡ тупларға киләләр
Беҙгә оҫталыҡ тупларға киләләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашҡан производствола уҡытыусылар һәм мастерҙар өсөн стажировка рәүешендә белемде камиллаштырыу программаһын тормошҡа ашырған төбәктәр иҫәбенә инде. Беҙгә Мәскәү ҡалаһынан һәм өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Дағстан Республикаһынан, Камчатка, Хабаровск, Пермь, Алтай крайҙарынан, Ырымбур, Рязань, Силәбе, Курск, Һамар, Тула, Калуга, Вологда өлкәләренән 300-ҙән ашыу кеше стажировка үтергә килә.

– Башҡортостан колледждары “Мәғариф” милли проекты, шулай уҡ IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалы ярҙамында заманса оҫтаханаларға эйә булды. Программа уҡытыусыларҙың һәм мастерҙарҙың һөнәри эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле компетенцияларҙы үҫтереүгә, белем биреү программаларын тормошҡа ашырғанда интегратив педагогик алымдарҙы ҡулланып, заманса ҡорамалда практик әҙерлекте камиллаштырыуға иҫәпләнә, – тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Белем биреү программаһы 28 ноябрҙә ғәмәлгә индерелде. Стажировка имтихан менән тамамлана. Унда тыңлаусылар уҡыу барышында алынған заманса ҡорамалдар менән эшләү оҫталығын күрһәтәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: education.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/358729#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: