Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2022, 08:00

Белгестәрҙең эшен еңеләйткән

Яңы ҡорамал ярҙамында ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан һәм бөйән эсәкте тикшерергә мөмкин.

Белгестәрҙең эшен еңеләйткән
Белгестәрҙең эшен еңеләйткән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, Благовещен үҙәк район дауаханаһына яңы эндоскопик комплекс урынлаштырылды һәм файҙаланыуға тапшырылды. Яңы ҡорамалда 600-гә яҡын тикшереү үткәрелгән дә инде.

– Шәп ҡорамал, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Жанна Карунас. – Яңы эндоскоп диагностика сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, белгестәрҙең эшен дә еңеләйтә. Ҡорамалдың сифатлы булыуы һәм  экрандағы һүрәттең асыҡлығы күҙгә көсөргәнеште кәметә. Хәҙер беҙ яңы ҡорамалда бөтә тейешле тикшереүҙәрҙе үҙебеҙ үткәрә алабыҙ.  Эндоскоп ярҙамында ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан һәм бөйән эсәкте тикшерергә мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: