Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Декабрь 2022, 16:05

Үҫмерҙәр күнекмә үтә

Велоэргометрҙа күнекмә неврология сирҙәрендә аяҡтарҙы реабилитациялауҙа, хәрәкәт әүҙемлеге боҙолған һәм йәрәхәттәр алған осраҡтарҙа  тәғәйенләнә.

Үҫмерҙәр күнекмә үтә
Үҫмерҙәр күнекмә үтә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһына үҫмерҙәрҙе реабилитациялау өсөн тренажер- велоэргометр алынды. Дауахана табибы Рәмил Мәүлетов әйтеүенсә, медицина учреждениеһына аппарат яңы ғына ҡайтарылған булыуына ҡарамаҫтан, унда тергеҙеү дауаларын алғандар етерлек. Көнөнә һигеҙ-ун кеше күнекмәләр үтә.

Велоэргометр неврология сирҙәрендә аяҡтарҙы реабилитациялауҙа, хәрәкәт әүҙемлеге боҙолған һәм йәрәхәттәр алған осраҡтарҙа тәғәйенләнә, шулай уҡ баш һөйәге һәм мейеһе йәрәхәтләнгәндә ҡулланыла. Күнекмәләр ҡан әйләнешен яҡшырта, мускул системаһын нығыта.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: