Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала революция көрәшселәре исемендәге “Шоңҡар” паркын төҙөкләндереү дауам итә. Объектта эш 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы башланғайны.
Бөйөк Октябрь революцияһында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә мемориал бында 1969 йылда һалына. Шул замандан алып “Шоңҡар” –бөрөләрҙең яратҡан ял итеү урыны. Әммә ысын паркка ул яңыраҡ ҡына әүерелгән. 2019 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә Бөрө халҡы “Шоңҡар”ҙы төҙөкләндереү өсөн тауыш биргән.
Әле бында йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Парк ландшафт үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөкләндерелгән.
“Парк буйлап үтһәгеҙ, рельефтың ярайһы уҡ ҡатмарлы булыуын күрерһегеҙ, шуға күрә урындағы халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тормошҡа ашырыу барышында проект бер нисә тапҡыр үҙгәртелде", – тине Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы Виктория Бурдина.
Объектта эш киләһе йылда ла дауам итә. Киләсәктә уның эргәһенә уңайлы туҡталҡа ла эшләү ҡарала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/359808#scroll