РФ Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы Указы менән раҫлаған күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт”тең (национальный проект “Культура”) ошо даирәләге матур яңылыҡтарға, ҡаҙаныштарға, ижад менән шөғөлләнеүселәр өсөн яңы мөмкинлектәргә сәбәпсе булыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Милли проект республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылып килә, Башҡортостан ил буйынса алдынғылар рәтендә бара. Проекттың булышлығы менән ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни тормошо йәнләнгәне, алға китешкәненә миҫал булырлыҡ хәбәрҙәр килеп тора.
Әйтәйек, Асҡын районы үҙәгендә урынлашҡан балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары хәҙер заманса техник һәм инфраструктура мөмкинлектәрен файҙаланып, уңайлы мөхиттә ижад менән шөғөлләнә ала: мәктәп өсөн яңы, әлегә тиклем уҡыу йортонда булмаған музыка ҡоралдары һатып алынған: рояль, ике флейта, ксилофондар, маримба, барабан йыйылмаһы, классик гитара һәм электр гитараһы, шулай уҡ яңы фортепиано һәм өс баян. Уҡыусылар яңы музыка ҡоралдарын үҙләштергән дә инде.
Бынан тыш, мәктәп фонды интерактив, тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, уҡыу материалдары, сәнғәт бүлеге өсөн йыһаз һәм теоретик дисциплиналар класы өсөн яңы уҡыу комплекты менән тулыландырылған.
Музыка ҡоралдары менән күләмле тәьмин итеү "Мәҙәниәт" милли проекты йүнәлештәренең береһе булған "Мәҙәни мөхит" федераль проектына ярашлы башҡарылған. Сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә, улар хәҙер балалар менән дәрестәрҙе һөҙөмтәлерәк үткәрә ала.
“Мәҙәниәт” милли проект ярҙамында быйыл республиканың 17 балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылған. Был турала Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: aks.bash.muzkult.ru/news/