“Иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәһе” конкурсының федераль этабында Өфөнән «Петон Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә остазлыҡ” номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Компания нефть һәм газ объекттарында төҙөлөш-монтаж эштәре менән шөғөлләнә.
2020 йылда предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. Компанияның “Петон Констракшн»да остазлыҡ институтын булдырыу иҫәбенә торба үткәргестәрҙе изоляциялау участкаһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” проекты конкурста мөмкин булған 206 балдың 190-ын йыйҙы. Уҡыуға ваҡытты ҡыҫҡартыу, процестың һөҙөмтәләлеген 10-15 процентҡа күтәреү һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында юғары күрһәткескә өлгәшелде.
- Конкурс “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса системалы саралар” федераль проекты сиктәрендә уҙғарылды, - ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер -министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов. – 24 ноябрҙә эксперт советы 2022 йыл йомғаҡтарын барланы. Конкурсҡа барлығы 250-нән ашыу ғариза тапшырылды. Финалға үтеүселәр араһында Башҡортостан предприятиеһын да күреү һөйөнөслө.
Хәтегерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” («Производительность труда») милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы раҫланғайны. Уның маҡсаты - 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа тәьмин итеү өсөн шарттар тыуҙырыу.
фото: gtrk.tv
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан