Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2022, 10:30

Был йәһәттән Башҡортостан - беренсе!

Йыл башынан банктар был программа буйынса 2,1 миллиард тирәһе һумға 790-дан ашыу льготалы кредит бирелгән.

Был йәһәттән Башҡортостан - беренсе!
Был йәһәттән Башҡортостан - беренсе!

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостандың ауыл ипотекаһын биреү буйынса беренсе урынды биләүе хаҡында хәбәр иттеләр. Йыл башынан банктар был программа буйынса 2,1 миллиард тирәһе һумға 790-дан ашыу льготалы кредит бирелгән.

2020 йылда программа эшләй башлағандан алып, төп банк-оператор республикала йәшәүселәргә ауыл ипотекаһы буйынса 9,2 миллард һумлыҡ кредит биргән.

“Ауыл ипотекаһы” программаһы “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәһендә граждандар ауыл ерендә торлаҡ йорт төҙөү йәки һатып алыуға өс процентлы ташламалы ставкаға кредит рәсмиләштерә ала.

Ярҙам “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектында ҡаралған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған милли проект торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Төп йүнәлештәрҙең береһе – граждандарға түбән ставкалар буйынса ипотека биреү. Һөҙөмтәлә ғаиләләр күптәнге хыялын - торлаҡ һатып алыуҙы - тормошҡа ашыра ала.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас