Бәләбәй ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында дөйөм майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу булған 43 фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырҙылар. Ул авариялы йорттарҙан күсеүселәргә тәғәйенләнгән.
- Бәләбәйҙәге алты авариялы йорттағы 77 кеше яңы фатир асҡысын алды. Халыҡты йәшәү өсөн яраҡһыҙ 27 торлаҡ бинаһынан күсерҙек. Был маҡсатта федераль бюджеттан 39 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Уларҙың дүрт миллион һум тирәһе – республика, туғыҙ миллион һум тирәһе Бәләбәй ҡалаһы бюджетынан, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Авариялы торлаҡ фонды мониторингы үҙәге директоры урынбаҫары Алексей Малинский, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу бүлеге етәксеһе Рита Төхвәтшина ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының 2019 – 2023 йылдарҙа граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаға Бәләбәйҙең Ҡыҙылармеецтар, Азатлыҡ, Совет һәм Сыртланова урамдарындағы алты күп фатирлы йорт индерелгән. Күсереү ҡаралған торлаҡ биналарының дөйөм майҙаны 900 квадрат метр тирәһе тәшкил итә.
Фото: orbsteppe.ru