

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының Йәмәғәт советы граждандарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың күсемһеҙ милек менән бәйле һорауҙарына яуап бирә.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы граждандарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы “Росреестр” менән күсемһеҙ милекте теркәү өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса ҡабул итә. Мөрәжәғәт иткәндәр хоҡуҡты теркәү, күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу, ведомстволар менән электрон бәйләнеш һәм башҡа һорауҙарға яуап ала.
“Эшҡыуарҙарҙың һәм граждандарҙың һорауҙарына “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Камила Фазлыева яуап бирә. Һәр дүшәмбе 13 – 17 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 70-се йорт, 6-сы ҡат, 90а бүлмәһендә консультация алырға мөмкин”, - тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Күсемһеҙ милек менән бәйле һорауҙарға яуап биреү иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: ing-servis.uaprom.net
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан