Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2022, 12:00

Өйлө булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

Нуриман районында ҡыуаныслы хәл теркәлде.

Өйлө булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!
Өйлө булыуҙары менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов менән берлектә район дауаханаһының ике табибына яңы йорт асҡыстарын тапшырҙы. Офтальмолог Юлиә Абдрахманова менән уролог Рәил Ҡалмырҙин өй хужаһы булды.

Йорттар “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһының ауыл халҡын һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү шарттарын булдырыу” ярҙамсы программаһы буйынса төҙөлгән. Ике өй ҙә тулыһынса төҙөкләндерелгән һәм газ үткәрелгән. Ике торлаҡ йортто төҙөү өсөн файҙаланылған субсидия күләме – 7,5 миллион һум. Аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттан йәлеп ителгән.

“Дәүләт программаһы һөҙөмтәһендә ауыл белгестәрен торлаҡ менән тәьмин итәбеҙ. Һәм бөгөн табиптарыбыҙ тормошонда яңы үҙгәрештәр – яңы торлаҡ, яңы пландар. Ысын йөрәктән именлек, бәхет теләйбеҙ”, - тине Вилдан Ситдиҡов.

Бындай программаларҙың тормошҡа ашырылыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Нуриман районы хакимиәте.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: