Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2022, 11:00

Һорауҙарға робот яуап бирә

Башҡортостан компанияһы үҙе уйлап тапҡан тауыш ассистенты ярҙамында 26 миллион һумдан ашыу аҡса экономиялаған

Һорауҙарға робот яуап бирә
Һорауҙарға робот яуап бирә

Телекоммуникация хеҙмәттәре күрһәтеүсе һәм элемтә селтәрҙәре, IT-ҡарарҙар, телеканалдар һәм телевизион контент һәм башҡа тауарҙар етештергән IT-компанияларҙың береһе йыл башынан үҙнең тауыш ассистентын булдырҙы һәм уның ярҙамында 26 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф итеүгә юл ҡуймаған. Телмәр аналитикаһы функцияһы һалынған сервис колл-үҙәккә, телефония хеҙмәте күрһәтеүсе операторға шылтыратыуҙарҙы автоматик рәүештә эшкәртеүҙе ойошторорға ярҙам итә һәм башҡарылған бөтә ғәмәлдәрҙе клиенттың CRM системаһы менән бәйләй.

— Төбәк IT-компаниялары эске программа тәьминәтен уйлап сығарыу һәм файҙаланыу менән туранан-тура шөғөлләнә. Уларҙың күбеһенең үҙ продукттары бар, уларҙы Рәсәй һанлаштырыу министрлығы «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”)  сиктәрендә тормошҡа ашыралар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған сара үҙ бизнесын үҫтереүҙә һөҙөмтәлелекте арттырған технологияларға айырым иғтибар бүленәсәк, — тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Рәсәйҙең ете төбәгендә 400-ҙән ашыу тораҡ пунктын хеҙмәтләндергән Интернет-провайдерҙың колл-үҙәге ай һайын 250 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Темалар төрлөсә: иҫәптә торған аҡса күләменән алып йортто хеҙмәтләндереүсе инженерҙы саҡырыуға тиклем. Ҡайһы саҡта йөк тағы ла бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал. Тимәк, шылтыратыуҙарҙы һәм чаттарҙы эшкәртеү өсөн "беренсе линия" белгестәренең штатын даими арттырырға кәрәк.

Тауыш ярҙамсыһы провайдерҙың абоненттарының һорауҙарына яуап бирә һәм операторҙың яуабын көтөп тормайынса ярҙам итә ала. Мәҫәлән, килешеү номерын асыҡларға, иҫәп буйынса күпме аҡса ҡалғанын, әгәр иҫәптең аҡсаһы бөтһә — «Ышаныс кредитын» тоташтырға, хеҙмәттәр өсөн түләүҙе тикшерергә һәм раҫларға. Шулай уҡ компанияның хеҙмәтләндереүсе инженерының ниндәй көнгә һәм ваҡытҡа килеүен иҫкә төшөрөргә мөмкин. Әгәр робот-ассистент шылтыратыусы өсөн кәрәкле яуап таба алмаһа, ул колл-үҙәк хеҙмәткәре менән тоташтыра.

— Беҙҙең продукттың айырмалы үҙенсәлеге — реаль ваҡыттағы телмәр аналитикаһы. Абонент заманса тауыш менән аралаша ала, — тип өҫтәй проект авторҙарының береһе Тимур Ҡотлоғужин.

Ноябрҙә тауыш ярҙамсыһы 90 000-дән ашыу һорау ҡабул иткән – был «Уфанет» колл-үҙәгенә шылтыратыуҙарҙың яҡынса 30 процентын тәшкил итә. Был 80-гә яҡын белгестең эш ваҡытын тәшкил итә, уларға эш урыны ойошторорға, ике ай уҡыу үткәрергә һәм айлыҡ эш хаҡы түләргә кәрәк булыр ине. Провайдер иҫәпләүҙәре күрһәтеүенсә, компания аҡсаһын сарыфламай, яңы үҫеш тәжрибәһе туплай.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

#голосовойпомощник #республиканскаяразработка #цифроваяэкономика

 

Фото: it.bashkortostan.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: