Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2022, 11:30

Республиканың сауҙа тармағы ни хәлдә?

Башҡортостанда сауҙа тармағында ауыл халҡының өлөшө 37 проценттан ашыу тәшкил итә. БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев тағы нимәләр хаҡында һөйләне? 

Республиканың сауҙа тармағы ни хәлдә?
Республиканың сауҙа тармағы ни хәлдә?

Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Мәскәүҙә “Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта сауҙа-2022” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов рәйеслегендәге пленар сессия сиктәрендә, Алексей Гусев бөгөн төбәктә ваҡ форматлы сауҙа нисек үҫеүе, шулай уҡ республикала был тармаҡҡа ярҙам итеү буйынса ғәмәлгә ашырылған саралар тураһында һөйләне.

– Сауҙаның бәләкәй форматы урындағы етештереүселәр продукцияһын һатыу каналы ролен үтәй. Әйтәйек, баҙарҙағы билдәлелеген арттырырға ярҙам итә. Әммә урында етештерелгән тауарҙарҙың көнәркәшлек өҫтөнлөктәрен арттырыу ҙа мөһим. Ошо маҡсатта “Башҡортостан тауары” проектын тормошҡа ашырабыҙ, – тине Алексей Гусев.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры белдереүенсә, былтыр Башҡортостан Республикаһында сауҙа эшмәкәрлеген көйләү буйынса ведомство-ара комиссияның беренсе ултырышында, стационар булмаған сауҙа объекттарын 10 000 кешегә туғыҙ объекттан 12 объектҡа тиклем арттырыу маҡсаты билдәләнгән. Ғөмүмән, республикала яңы сауҙа объекттарын урынлаштырыу динамикаһын иҫәпкә алып, быйыл был күрһәткес үтәлер, тип фаразлана. 2023 йылға Республика Хөкүмәте был күрһәткесте ике тапҡырға арттырып, 10 000 кешегә 24-кә еткереү бурысын ҡуйҙы.

Алексей Гусев үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында сауҙа тармағында ауыл халҡының өлөшө 37 проценттан ашыу тәшкил итеүен белдерҙе. Географик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алғанда, тораҡ пункттарҙың ҡайһы берҙәренә инеү алыҫ һәм ҡатмарлы. Был эре ритейлерҙар өсөн иҡтисади яҡтан отошло түгел.

Сауҙа министры фекеренсә, Башҡортостан Республикаһында ваҡ һәм урта ваҡлап һатыу үҫешен булышлыҡ итеү йәһәтенән бер нисә сара булдырылған. Ул стационар булмаған сауҙа объекттарын ҡуртымға алыу тураһында килешеүҙәрҙе оҙайтыу, 5000-гә тиклем кеше йәшәгән пункттарҙа сауҙалашыуһыҙ ер менән тәьмин итеү, автолавкаларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙы субсидиялау, ҡулланыусылар кооперацияһы өсөн һалым преференцияларын үҙ эсенә ала. 

– Тауар етештереүселәрҙе келәт, транспорт һәм сифатлы инфраструктура менән тәьмин итеү мөһим. Был йүнәлештә беҙ ҙә әүҙем эш алып барабыҙ, – тип белдерҙе Алексей Гусев.

Конференцияны Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән берлектә һәм “Рәсәй терәге” Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашлығында Бәләкәй форматлы сауҙа ассоциацияһы ойошторҙо.

Конференцияның эшҡыуарлыҡ программаһында тармаҡтың көнүҙәк темалары ҡаралды: санкциялар баҫымы шарттарында бәләкәй һәм урта сауҙаның дөйөм мәсьәләләре, хәҙерге шарттарҙа бәләкәй сауҙа нөктәләренең эше үҙенсәлектәре, акцизлы тауарҙар әйләнешен һәм башҡа мәсьәләләрҙе.  

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: trade.bashkortostan.ru.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Республиканың сауҙа тармағы ни хәлдә?
Республиканың сауҙа тармағы ни хәлдә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: