Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Декабрь 2022, 12:15

Ҡытайҙар башҡорт балын ярата

Ҡытай үҙе лә донъяла иң күп бал етештергән ил булып һанала, ә бына башҡорт балынан улар нимә эшләй? 

Ҡытайҙар башҡорт балын ярата
Ҡытайҙар башҡорт балын ярата

Өфө предприятиеһы Ҡытайға 834,4 килограмм башҡорт балын оҙатты. Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Идаралыҡ белгестәре Ҡытайға ебәреләсәк продукцияға лаборатор тикшереү үткәргән һәм махсус сертификаттар биргән. 

Ҡытай үҙе лә донъяла иң күп бал етештергән ил булып һанала, экспорт баҙарында алдынғы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта ҡытайҙар оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандан бал һатып ала, быны улар башҡорт балының юғары сифатлы һәм тәбиғи булыуы менән аңлата. Ҡытайҙа балдан дарыу әҙерләйҙәр, шуға ул ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Башҡортостан умартасылары өсөн асылған ғәйәт ҙур баҙарҙың сикһеҙ мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Был йүнәлештә беренсе аҙымдарын «Башҡорт балы» тип аталған Өфө предприятиеһы эшләне лә инде, продукцияны сит илдәргә һатыу хоҡуғын алыу маҡсатында, экспортты аттестациялауҙың бөтә процедураларын үтте һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Төп таможня идаралығының CIFER электрон теркәү системаһына инде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла, ул йылына 45 миллиард доллар аҡсалата килем килтерергә тейеш. Көнбайыш илдәре индергән санкцияларға бәйле аҙыҡ-түлек экспортының дөйөм логистикаһы ауырлаша, әммә уның көнсығыш йүнәлеше әүҙем үҫеүен дауам итә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: