Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2022, 17:15

Авдондағы скверҙа эш тамамланды

Ул йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа иң күп тауыш йыйғайны

Авдондағы скверҙа эш тамамланды
Авдондағы скверҙа эш тамамланды

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ноябрь аҙағында Өфө районының Авдон ауылында мәҙәниәт йорто алдындағы сквер төҙөкләндерелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты нигеҙендә скверҙа “Дан стенаһы” тип аталған арт-объект ҡуйылған. Биләмәне комплекслы үҙләштереү һөҙөмтәһендә ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы скверҙа йәйәүлеләр зонаһы булдырылған, яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектур һындар, эскәмйәләр ҡуйылған.

Мәғлүм булыуынса, Авдон ауылындағы сквер былтыр 26 апрелдән 30 майға тиклем үҙғарылған 2022 йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа иң күп тауыш йыйғайны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/362764#scroll

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/362764#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: