Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында тантаналы шарттарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ҡатнашты. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына акушер Марина Ғәйнетдинова етәкселек итәсәк.
Түбәнге һәм Үрге Иванай ауылдары халҡына медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ. Яңы пункт 500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Халыҡ ундағы яҡшы шарттарҙы юғары баһаланы, ҡабул итеү, процедура, фельдшер кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау һәм перонал өсөн айырым бүлмәләр булыуы пациенттар өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.