Яңауыл үҙәк район дауаханаһында капиталь ремонттан һуң флюорография һәм маммография кабинеттары асылды. Яңы ҡорамалдарҙа ун меңдән ашыу кеше тикшереү үткән дә инде. Быға тиклем Яңауылда маммография өсөн аппарат юҡ ине. Поликлиниканы ремонтлау һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу эштәре ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы атҡарылды.
Яңыртылған медицина учреждениеһы бынан ярты йыл элек пациенттарҙы ҡабул итә башлағайны. Табиптар эште ныҡ еңеләйткән яңы ҡорамалдарҙы юғары баһаланы. Мәҫәлән, һанлы маммограф аныҡ диагноз ҡуйыу һәм яман шеште иртә стадияла асыҡлау өсөн юғары сифатлы рентген һүрәте бирә. Өҫтәүенә етештереүсәнлеге юғары, пациенттарҙы күберәк ҡабул итә ала. Флюорограф юғары сиселешле яҫы панелле детектор менән йыһазландырылған, аҙ нурланыш менән сифатлы һүрәт алыу мөмкинлеген бирә. Бында ла шулай уҡ һанлы технологиялар ҡулланылған.
Дауахананың баш табибы Тимур Мадъяров әйтеүенсә, тәүге звеноны яңыртыу программаһы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөмкинлектәрҙе киңәйтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан