Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2022, 14:30

82,2 мең тонна иген экспортҡа оҙатылған

Экспорт структураһында төп өлөштө май продукцияһы биләй.

82,2 мең тонна иген экспортҡа оҙатылған
82,2 мең тонна иген экспортҡа оҙатылған

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 11 айҙа Башҡортостандан бөтәһе 157,7 мең тонна иген тейәлгән 2284 вагон оҙатылған, шуларҙың 1152-һе йәки 82,2 мең тоннаһы экспортҡа сығарылған.

Башҡортостан игенен Мысырҙан, Төркиәнән, Сәғүд Ғәрәбстанынан һәм Беларустән һатып алғандар. Ноябрҙә тимер юлдан оҙатылған иген экспорты 15,2 мең тоннанан артҡан.

Мәғлүм булыуынса, илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әле төбәк агросәнәғәт комплексының 269,3 миллион долларлыҡ продукцияһы экспортҡа оҙатылған.

Экспорт структураһында төп өлөштө май продукцияһы (69,5%) биләй, икенсе урында – майлы културалар орлоғо, спирт, бал һәм башҡалар (16%). Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортының дөйөм күләмендә иген культуралары әлегә 5,3 процент тәшкил итә.

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары биш миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/363584#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: