“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Павловка табиплыҡ амбулаторияһы капиталь ремонттан һуң ишектәрен асты. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да булды. Ремонтҡа 12 миллион һумға яҡын аҡса тотонолган.
Министр әйтеүенсә, хәҙер яңыртылған бинала ауыл биләмәһе кешеләренең медицина ярҙамын уңайлы һәм санитар нормаларға тулыһынса яуап биргән шарттарҙа ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Павловка табиплыҡ амбулаторияһы дүрт меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған, ике миллион һумға кәрәкле йыһаздар алынған. Пациенттарҙы дүрт табип, 10 урта медицина хеҙмәткәре ҡабул итәсәк. Бынан тыш, амбулаторияла участка шәфҡәт туташтары, акушерка, өлкән шәфҡәт туташы, фельдшер-лаборант эшләйәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.