Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2022, 12:15

Спортсы ветерандар майҙан тотто

Октябрьскийҙа ҙур ярыш булды.

Спортсы ветерандар майҙан тотто
Спортсы ветерандар майҙан тотто

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһында ветерандар араһында республика спорт фестивале үтте.

Ярышта Октябрьский, Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, Ишембай, Туймазы, Тәтешле һәм Краснокама райондарынан һигеҙ команда ҡатнашты. Улар ҡулсаға туп ырғытыуҙа, иҙәнгә ятып кәүҙәне күтәреүҙә, мәргәнлектә, йөҙөүҙә көс һынашты. Фестивалгә килгәндәрҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов сәләмләне.

– Ҡунаҡсыл ҡалабыҙҙа һеҙҙе ҡабул итеүгә шатбыҙ, – тине ул. – Октябрьский юғары спорт ҡаҙаныштары менән дан ҡаҙана, ҡаланың, республиканың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең спорт йылъяҙмаһында сағылыш тапҡан спортсылары менән ғорурлана.

Ярышта Өфө ҡалаһы, Туймазы һәм Тәтешле райондары командалары беренсе урын яуланы.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/362786#scroll

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/362786#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: