Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь 2022, 06:00

Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!

Әҙәм балаһын һәр саҡ йыр-моң оҙатып йөрөй. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла ул моңлана. 

Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!
Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!

Гармунға булған иғтибарҙы быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ныҡлы тойорға мөмкин. Атап әйткәндә, унда БР Башлығы гранттары һәм мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамында “Уйна, халыҡ гармуны!” проекты уңышлы эшләп килә. Гармун моңон пропагандалауға арналған ҙур сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында күптән түгел ошо проект сиктәрендә ҙур байрам – гармунсылар фестивале уҙҙы. Унда Стәрлетамаҡтан ғына түгел, Башҡортостандың бөтә көньяҡ биләмәһенән гармунсылар йыйылды. Шулай уҡ  сараның махсус ҡунаҡтары ла бар ине. Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар тамашасыларҙы, коллегаларын үҙҙәренең гармун моңдары менән ҡыуандырҙы.

“Был проект ярҙамында беҙ ҡалабыҙҙың ғына түгел, бөтә республика гармунсыларын бергә туплай алдыҡ, улар аралашып, бер-береһе менән оҫталыҡ серҙәрен бүлешеп һәм, әлбиттә, Стәрлетамаҡты үҙҙәренең гармун моңдарына күмеп ҡайтып китте”, - тип сара хаҡында фекерен уртаҡлашты проект етәксеһе, Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова.

Фестивалдә шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та ҡатнашты һәм гармундың халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө икәнен билдәләне.

Ошондай әһәмиәтле саралар үтеп торһа, халыҡ хазинаһы булған йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ ҙә йәшәр әле!

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эльдар Фәттәхов фотолары.

Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!
Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!
Уйна гармун, уйна әйҙә халыҡ моңдарын!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: